Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 3:15 - Изге Яҙма

15 Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 3:15
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғамаса уның ҡулындағы ҡылысынан һаҡланырға уйламаны, Йоав уның ҡорһағын ярып ебәрҙе. Ғамасаның эсәк-бауыры килеп сыҡты, икенсе тапҡыр ҡаҙарға ла тура килмәне. Ғамаса йән биргәйне инде. Йоав ҡустыһы Авишай менән Бихри улы Шевағты ҡыуа китте.


– Һаумы, ҡустым? – тип иҫәнләште Йоав Ғамаса менән. Шунан Йоав, үбергә теләгән кеше булып, уң ҡулы менән Ғамасаның һаҡалынан тотто.


Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, уң ҡул менән дә, һул ҡул менән дә таш ырғыта һәм йәйәнән уҡ ата торған был бинйәминдәр Шаулдың ағай-энеһе була.


Белағтың улдары: Аддар, Гера, Авиһуд,


Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер була, йылдың-йылына был шулай дауам итә.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Саҡырғанда яуап ҡайтарырмын, Ҡайғылы мәлендә – янында булырмын, Йолоп алырмын, данға күмермен.


Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара.


Түрә алдында күптәр ҡуштанлана, бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була.


Йәшереп бирелгән бүләк – асыуҙы, ҡуйынға тығылған ришүәт ярһыуҙы баҫыр.


Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы.


Ошо ғәскәр араһында ете йөҙ һулаҡай яугир булып, уларҙың һәр береһе һапҡынан таш бәргәндә баштағы сәс бөртөгөнә лә тейҙерә алған мәргән ине.


Исраил халҡы ун һигеҙ йыл буйы Моав батшаһы Ғәғлон хакимлығы аҫтында булды.


Эһуд үҙенә оҙонлоғо бер терһәк булған, ике яғы ла үткер ҡылыс эшләп алды, уны уң яҡтан кейеме аҫтына ҡыҫтырҙы.


Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы итеп Ғоҫниилды, Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улын, ебәрҙе һәм ул уларҙы ҡотҡарҙы.


Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.


Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ