1 Бына Раббы Ҡәнғәнде яулап алыуҙа ҡатнашмаған исраилдарҙы һынар өсөн илдә ҡалдырған ҡәүемдәр.
Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.
Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра.
Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә. Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын.
Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уға бер ағас ботағы күрһәтте. Муса шуны һыуға ташлауы булды – һыу тәмләнде. Шунда Раббы халыҡҡа ҡағиҙә һәм ҡанун бирҙе, уны һынауға дусар итте.
Алтын-көмөш утта һынала, әҙәмдәрҙең күңелен Раббы һынай.
«Йермеяһ, һине халҡыма һынаусы итеп ҡуям. Көмөштөң сифатын билдәләгән оҫта һымаҡ, Уларҙың тотҡан юлын күҙәтеп баһала.
Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».
Әммә Ул, бар кешене белеп торғанлыҡтан, уларға ышанманы.
Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан әкренләп ҡыуып бөтөрөр. Һеҙгә уларҙы тиҙ арала ҡырып бөтөрөргә кәрәкмәй, юғиһә тирә-яғығыҙҙа ҡырағай хайуандар үрсеп китеүе ихтимал.
Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне.
Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.
Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.
Һөйөклөләрем! Һынау уты үтергә тура килгәнгә ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ.
Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.
Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны.
Был быуындан булғандар үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, уларға алмашҡа Раббыны һәм Уның Исраил өсөн ҡылған эштәрен белмәгән быуын килде.
Раббы был халыҡтарҙы ҡыуманы, Йушағтың ҡулына тапшырмайынса, уларҙы был ерҙә ҡалдырҙы.
Раббы бары тик исраилдарҙың яулап алыуҙа ҡатнашмаған быуындарын һуғыш һөнәренә өйрәтер өсөн түбәндәге ҡәүемдәрҙе ҡалдырғайны: