6 Исраил халҡы үҙ туғандары булған Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды һәм: – Бөгөн Исраилдың бер ырыуы юҡ булды, – тип әсенде. –
Авнер Йоавҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡасанға тиклем бер-беребеҙҙе ҡылыстан ҡырырбыҙ? Әллә һин бының ҡайғы-хәсрәт кенә килтеререн белмәйһеңме? Кешеләреңә: «Үҙ туғандарыбыҙҙы эҙәрләмәйек», – тип ниңә һаман әйтмәйһең?
Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.
Ҡыҙын күргәс, Ифтах өҫтөндәге кейемен йыртып: – Эй ҡыҙым, һин мине тәҡәтһеҙ ҡалдырҙың, башыма бәлә килтерҙең. Мин бит Раббыға нәҙер әйттем, һүҙемде кире ала алмайым, – тине.
Халыҡ Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды, сөнки Раббы Исраил ырыуҙарын бөтөн килеш һаҡламаны.
Улар бер-береһенән: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарынан Раббы хозурында уҙғарылған йыйынға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораны. Сөнки улар Миспаға Раббы алдына килмәгән һәр бер кеше үлемгә дусар ителәсәк, тип ныҡлы ант иткәйне.
Уларҙың иҫән ҡалғандары өсөн ҡайҙан кәләш табабыҙ? Беҙ бит үҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға ҡатынлыҡҡа бирмәҫкә Раббының исеме менән ант иттек.