24 Исраилдар ҙа өйҙәренә таралышты, һәр береһе үҙ ырыуына, үҙ нәҫеленә әйләнеп ҡайтты – барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты.
Ҡояш байыр алдынан ғәскәр араһында: – Һәр кем үҙ ҡалаһына, үҙ еренә ҡайтһын, – тигән ауаз таралды.
Бинйәминдәр шулай эшләне. Улар, күмәк бейеүҙә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙы урлап, үҙ биләмәләренә кәләш итеп алып ҡайтты. Шунда ҡалаларын ҡабат төҙөп, йәшәй башланылар.
Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны.