23 Бинйәминдәр шулай эшләне. Улар, күмәк бейеүҙә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙы урлап, үҙ биләмәләренә кәләш итеп алып ҡайтты. Шунда ҡалаларын ҡабат төҙөп, йәшәй башланылар.
Исраилдар яңынан Бинйәмин ырыуы биләгән ерҙәргә әйләнеп килеп, ундағы кешеләрҙе, мал-тыуарҙы һәм бөтә йән эйәһен ҡыра, тирә-яҡтағы бөтә ҡалаларҙы яндыра.
Исраилдар ҙа өйҙәренә таралышты, һәр береһе үҙ ырыуына, үҙ нәҫеленә әйләнеп ҡайтты – барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты.