Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 21:21 - Изге Яҙма

21 Шило ҡыҙҙары күмәкләшеп бейергә төшһә, йүгереп сығығыҙ ҙа, һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙгә кәләшлеккә берәй ҡыҙ эләктерә һалып, Бинйәмин еренә ҡайтығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 21:21
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене.


– Һинең атайыңдан, уның барлыҡ нәҫел-нәсәбенән өҫтөн күреп, мине Раббы халҡының – Исраилдың башлығы итеп ҡуйған Раббы хозурында уйнармын да, бейермен дә, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. – Раббы хаҡына


Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын!


Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ! Ҡыллы уйын ҡоралдарында, Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ!


Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.


Илар ваҡыт һәм көлөр ваҡыт, Көйөр ваҡыт һәм бейер ваҡыт бар;


Еткән ҡыҙҙар бейеп күңел асыр, Егеттәр һәм ҡарттар уйнап-көлөр. Мин уларҙың хәсрәтен ҡыуанысҡа әйләндерермен, Йыуатып, ҡайғы урынына шатлыҡ бирермен.


Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.


Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.


Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине.


Бинйәмин егеттәренә: – Барығыҙ ҙа йөҙөм баҡсаларында йәшенеп тороғоҙ.


Дауыт пелештиҙе үлтергәндән һуң, ғәскәрҙәр кире ҡайтып килгән саҡта, Исраилдың бөтә ҡалаларында ла ҡатын-ҡыҙҙар дөңгөр һәм шылтырауыҡтар тауышы аҫтында ҡыуаныс менән йырлап-бейеп Шаул батшаға ҡаршы сыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ