19 Улар: – Бына Шило ҡалаһында йыл да Раббы байрамы була бит. Был Бейт-Илдән төньяҡтараҡ, Бейт-Илдән Шәхәмгә бара торған юлдан көнсығышта һәм Левонанан көньяҡтараҡ, – тинеләр.
Ярлы менән етемдең дәғүәһенә ғәҙел ҡарағыҙ; Мохтаж менән фәҡирҙең хаҡын бирегеҙ.
– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәс, унда ураҡ урғанда уңышығыҙҙың тәүге көлтәһен ҡаһинға килтерегеҙ.
– Исраилдарға Раббы тәғәйенләгән байрамдар тураһында иғлан ит: ул байрамдарҙа изге йыйындар саҡырылһын. Мин тәғәйенләгән байрамдар түбәндәгеләр:
– Исраил халҡына әйт: шул етенсе айҙың ун бишенсе көнөнән башлап ете көн буйы Раббыға бағышланған Ҡыуыш байрамы үткәрегеҙ.
Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар:
Ошо уҡ айҙың ун бишенсе көнө – Раббының Сөсө икмәк байрамы. Ете көн буйы сөсө икмәк ашаясаҡһығыҙ.
Күңел асҡан көндәрегеҙҙә һәм байрамдарығыҙҙа, яңы ай тыуған көндәрҙә, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтергәндә борғо ҡысҡыртығыҙ – был Аллағыҙға үҙегеҙҙе иҫкә төшөрөү булыр. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә – Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы.
Аҙналар байрамының беренсе көнөндә, тәүге уңыштар көнөндә, Раббыға яңы икмәк саҙаҡаһы килтергәндә, изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ.
Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Бер нәмә лә эшләмәгеҙ, ете көн буйы Раббы байрамын билдәләгеҙ.
Бынан һуң Ғайса Йәрүсәлимгә йәһүдтәрҙең байрамына китте.
Йәһүдтәрҙең Ҡыуыш байрамы яҡынлашҡас,
Авив айында, Аллаң Раббыны ололап, Ҡотҡарылыу байрамын үткәр, сөнки Ул ошо айҙа төндә һине Мысырҙан алып сыҡты.
Шунан Аллаң Раббы хөрмәтенә Аҙналар байрамы үткәр. Аллаң Раббының һиңә биргән бәрәкәтенә ҡарап, үҙ ихтыярыңдан сығып ҡорбан килтер.
Ашлығың йыйылып һуғылғас, йөҙөм баҡсаңдың уңышы йыйылғас, ете көн буйы Ҡыуыш байрамы үткәр.
Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.
Алла йорто Шилола булғанда, Дан ырыуы Михаяһ яһатҡан ботто үҙҙәрендә һаҡланы.
Бинйәмин егеттәренә: – Барығыҙ ҙа йөҙөм баҡсаларында йәшенеп тороғоҙ.
Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.