18 Ләкин беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға кәләш итеп бирә алмайбыҙ, сөнки Исраил халҡы: «Бинйәмингә кәләш биргән кешегә ҡарғыш төшһөн», – тип ант итте.
Ҡыҙын күргәс, Ифтах өҫтөндәге кейемен йыртып: – Эй ҡыҙым, һин мине тәҡәтһеҙ ҡалдырҙың, башыма бәлә килтерҙең. Мин бит Раббыға нәҙер әйттем, һүҙемде кире ала алмайым, – тине.
Исраилдар Миспала йыйылғас: «Беҙҙең беребеҙ ҙә ҡыҙҙарын Бинйәмин улдарына кәләш итеп бирмәйәсәк», – тип ант иткәйне.
– Биләмә итеп бирелгән ер, әйҙә, Бинйәмин ырыуында ҡалһын. Исраилдың бер ырыуы ла ҡоромаһын!
Аталары йә ағалары ялыу менән килһә, беҙ: «Беҙҙең хаҡҡа уларҙы ғәфү итегеҙ инде. Беҙ уларҙың һәр ҡайһыһын һуғышта кәләшле итә алманыҡ. Ә һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы уларға үҙегеҙ бирмәгәс, был эштә һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ», – тип әйтербеҙ.