14 Бинйәмин яугирҙәре өйҙәренә ҡайтты, һәм исраилдар уларға Ғилғәд Явешының тере ҡалдырылған ҡыҙҙарын кәләш итеп бирҙе. Ләкин ҡыҙҙар етмәй булып сыҡты.
Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын.
Ҡалған алты йөҙ кеше борола ла сүлгә, Риммон ҡаяһына, ҡаса һәм дүрт ай шунда тора.
Яугирҙәр, Ғилғәд Явешында ир-ат татымаған дүрт йөҙ ғиффәтле ҡыҙҙы табып, уларҙы Ҡәнғән ерендәге Шилоға тупламға алып килделәр.
Тотош йәмғиәт Риммон ҡаяһындағы Бинйәмин яугирҙәренә хәбәр ебәреп, тыныслыҡ иғлан итте.
Халыҡ Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды, сөнки Раббы Исраил ырыуҙарын бөтөн килеш һаҡламаны.
Аталары йә ағалары ялыу менән килһә, беҙ: «Беҙҙең хаҡҡа уларҙы ғәфү итегеҙ инде. Беҙ уларҙың һәр ҡайһыһын һуғышта кәләшле итә алманыҡ. Ә һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы уларға үҙегеҙ бирмәгәс, был эштә һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ», – тип әйтербеҙ.
Шунан улар бер-береһенән: – Исраил ырыуҙарынан Раббы алдына Миспаға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораша башланылар. Шунда Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән һис кем тупламға йыйынға килмәгәне мәғлүм булды,