13 Тотош йәмғиәт Риммон ҡаяһындағы Бинйәмин яугирҙәренә хәбәр ебәреп, тыныслыҡ иғлан итте.
Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы.
Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ.
Мәсих килгәс, һеҙгә – Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте.
Яулап алыр өсөн берәй ҡалаға яҡынлашҡас, тәүҙә уның халҡына тыныс килешеү тәҡдим ит.
Леваоҫ, Шилхим, Ғайн һәм Риммон – тирә-яҡтағы ауылдары менән егерме туғыҙ ҡала.
Ҡалғандар боролоп сүлгә, Риммон ҡаяһы яғына, ҡаса. Исраилдар юлдарҙа уларҙың тағы биш меңен юҡ итә, улар артынан Гидғомға тиклем ҡыуа бара һәм йәнә ике меңен үлтерә.
Ҡалған алты йөҙ кеше борола ла сүлгә, Риммон ҡаяһына, ҡаса һәм дүрт ай шунда тора.
Яугирҙәр, Ғилғәд Явешында ир-ат татымаған дүрт йөҙ ғиффәтле ҡыҙҙы табып, уларҙы Ҡәнғән ерендәге Шилоға тупламға алып килделәр.
Бинйәмин яугирҙәре өйҙәренә ҡайтты, һәм исраилдар уларға Ғилғәд Явешының тере ҡалдырылған ҡыҙҙарын кәләш итеп бирҙе. Ләкин ҡыҙҙар етмәй булып сыҡты.