7 Ә хәҙер, эй һеҙ, бөтә исраилдар, кәңәш бирегеҙ һәм хәл итегеҙ, – тине.
Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма.
Һуғышыңды һәр яҡтан уйлап алып бар, уңыш кәңәшселәр күп урында була.
Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән.
Һеҙгә маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?
Уларҙы һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Был башҡа халыҡтар күҙендә һеҙҙең аҡылығыҙҙы һәм белдеклелегегеҙҙе күрһәтер. Улар, был ҡағиҙәләр тураһында ишетеп: «Был бөйөк милләт, ысынлап та, аҡыллы һәм төплө фекерле», – тиер.
Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.
Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.
Быны күргән һәр кем: – Исраил халҡы Мысыр еренән сыҡҡан замандан алып бөгөнгә тиклем бындай хәлдең булғаны ла, күрелгәне лә юҡ ине, – тине. – Ҡарайыҡ, уйлайыҡ, берәй ҡарар ҡабул итәйек.
Бөтә халыҡ бер кешеләй булып ошолай ҡарар итте: – Беребеҙ ҙә сатырыбыҙға ҡайтмайбыҙ, өйҙәребеҙгә таралышмайбыҙ.