47 Ҡалған алты йөҙ кеше борола ла сүлгә, Риммон ҡаяһына, ҡаса һәм дүрт ай шунда тора.
Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.
Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.
Ҡайғы-хәсрәт биргән икән, Тоғро мөхәббәтенә күрә мәрхәмәт бирер.
Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!
Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.
Ул көнө һәләк булған Бинйәмин яугирҙәре егерме биш мең кеше була. Һәммәһе лә – ҡулына ҡылыс тотҡан батыр һуғышсылар.
Исраилдар яңынан Бинйәмин ырыуы биләгән ерҙәргә әйләнеп килеп, ундағы кешеләрҙе, мал-тыуарҙы һәм бөтә йән эйәһен ҡыра, тирә-яҡтағы бөтә ҡалаларҙы яндыра.
Тотош йәмғиәт Риммон ҡаяһындағы Бинйәмин яугирҙәренә хәбәр ебәреп, тыныслыҡ иғлан итте.