44 Бинйәмин ырыуынан ун һигеҙ мең кеше һәләк була. Улар барыһы ла ғәййәр һуғышсылар була.
Әммә Раббы бинйәминдәрҙе исраилдар алдында тар-мар итте. Ул көндө исраилдар уларҙың ҡылыс тотҡан егерме биш мең дә бер йөҙ кешеһен үлтерҙе.
Исраил ғәскәре Бинйәмин яугирҙәрен ҡамауға алып, Гивғаның көнсығышындағы ерҙәргә тиклем туҡтауһыҙ эҙәрләп бара.
Ҡалғандар боролоп сүлгә, Риммон ҡаяһы яғына, ҡаса. Исраилдар юлдарҙа уларҙың тағы биш меңен юҡ итә, улар артынан Гидғомға тиклем ҡыуа бара һәм йәнә ике меңен үлтерә.