21 Бинйәмин яугирҙәре Гивғанан сығып Исраил ғәскәренә һөжүм итте һәм ул көндө егерме ике мең Исраил һуғышсыһын үлтерҙе.
Бинйәмин йыртҡыс бүрегә оҡшаш; Иртәнге ауын ашап бөтөрөр, Кисен яумалын өлөшләп бүлер.
Хәҙер һеҙ Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡының ирҙәрен һәм ҡатын-ҡыҙҙарын үҙегеҙгә ҡол итергә йыйынаһығыҙ. Ә Аллағыҙ Раббы алдында үҙегеҙҙең ғәйептәрегеҙ юҡмы ни?
Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ.
«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар.
Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен. Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?
«Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең! Һаман шулай булып ҡалдың, Гивғалағы һуғыш Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни?
Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышыр өсөн туплам ҡорғанда һәр төрлө бысраҡлыҡтан һаҡланығыҙ.
Улар Бинйәмин ырыуы менән алышыр өсөн Гивға ҡалаһы ҡаршыһында сафҡа теҙелде.
Исраил ғәскәре Раббы хозурына барып, кискә тиклем күҙ йәше түкте һәм Унан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин халҡы менән тағы алышайыҡмы? – тип һораны. – Эйе, алышты дауам итегеҙ, – тип яуапланы Раббы. Икенсе көндө исраилдар күтәренке рух менән әүәлге урындарына теҙелешеп баҫты.
Тегеләр иһә Гивғанан сыҡтылар ҙа, исраилдарға һөжүм итеп, уларҙың тағы ҡылыс менән ҡоралланған ун һигеҙ мең яугирен үлтерҙеләр.