20 Улар Бинйәмин ырыуы менән алышыр өсөн Гивға ҡалаһы ҡаршыһында сафҡа теҙелде.
Иртәгәһен исраилдар килеп Гивға эргәһендә туплам булып урынлашты.
Бинйәмин яугирҙәре Гивғанан сығып Исраил ғәскәренә һөжүм итте һәм ул көндө егерме ике мең Исраил һуғышсыһын үлтерҙе.