Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 20:2 - Изге Яҙма

2 Халыҡтың, Исраил ырыуҙарының бөтә башлыҡтары Алла халҡы йыйынында үҙҙәренең урынын алды – ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең йәйәүле яугир ҡатнашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 20:2
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Шулай икән, ни өсөн һин Алла халҡына ҡаршы эш итәһең? – тине ҡатын. – Батша үҙенең һүҙҙәре менән үҙенә хөкөм сығара, сөнки үҙенән ҡыуылған кешеһен ҡайтарып алмай бит.


Йоав батшаға халыҡтың иҫәбен еткерҙе. Ҡулына ҡылыс тоторлоҡ көслө ир-егеттәр Исраилда һигеҙ йөҙ мең, ә Йәһүҙәлә биш йөҙ мең кеше булып сыҡты.


Еңелә башлағанын һиҙеп, Моав батшаһы ҡылыслы ете йөҙ яугире менән Эдом батшаһының ғәскәрҙәре тәңгәленән йырып сыҡмаҡ булды, әммә уңышһыҙлыҡҡа осраны.


Бөтә Исраил йәмғиәте, тегеләргә ҡаршы һуғыш менән барыр өсөн, Шилола йыйылды.


Ул көндө Гивғанан булған ете йөҙ һайланма яугирҙән тыш, Бинйәмин ырыуының башҡа ҡалаларынан егерме алты мең ҡораллы һуғышсы йыйҙылар.


Исраил халҡы иһә, Бинйәмин ырыуынан башҡа, ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең кеше йыйҙы. Улар барыһы ла оҫта яугир ине.


Миспалағы йыйын тураһындағы хәбәр Бинйәмин ырыуына ла барып етте. Исраилдар: – Һөйләгеҙ әле, был яуызлыҡ нисек ҡылынды? – тип һораны.


Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны.


Шаул уларҙы Бәзәҡтә тупланы. Исраил халҡы өс йөҙ мең, Йәһүҙә кешеләре утыҙ мең ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ