Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 20:17 - Изге Яҙма

17 Исраил халҡы иһә, Бинйәмин ырыуынан башҡа, ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең кеше йыйҙы. Улар барыһы ла оҫта яугир ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 20:17
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Дауытҡа халыҡтың иҫәбен еткерә: Исраилда ҡулына ҡылыс тоторлоҡ бер миллион йөҙ мең ир-егет, Йәһүҙәлә дүрт йөҙ етмеш мең ир-егет булғаны асыҡлана.


алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле булды.


Шулай итеп, Исраил йәмғиәтендә иҫәпкә алынған ир-ат һаны алты йөҙ бер мең ете йөҙ утыҙ кеше булды.


Ошо ғәскәр араһында ете йөҙ һулаҡай яугир булып, уларҙың һәр береһе һапҡынан таш бәргәндә баштағы сәс бөртөгөнә лә тейҙерә алған мәргән ине.


Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.


Халыҡтың, Исраил ырыуҙарының бөтә башлыҡтары Алла халҡы йыйынында үҙҙәренең урынын алды – ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең йәйәүле яугир ҡатнашты.


Исраил ғәскәре Раббы хозурына барып, кискә тиклем күҙ йәше түкте һәм Унан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин халҡы менән тағы алышайыҡмы? – тип һораны. – Эйе, алышты дауам итегеҙ, – тип яуапланы Раббы. Икенсе көндө исраилдар күтәренке рух менән әүәлге урындарына теҙелешеп баҫты.


Шаул уларҙы Бәзәҡтә тупланы. Исраил халҡы өс йөҙ мең, Йәһүҙә кешеләре утыҙ мең ине.


Шаул ғәскәр йыйҙы һәм Телаим ҡалаһында уларҙы һананы. Ике йөҙ мең йәйәүле ғәскәр һәм Йәһүҙәнән ун мең кеше бар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ