15 Ул көндө Гивғанан булған ете йөҙ һайланма яугирҙән тыш, Бинйәмин ырыуының башҡа ҡалаларынан егерме алты мең ҡораллы һуғышсы йыйҙылар.
Бинйәмин ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, утыҙ биш мең дүрт йөҙ булды.
Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ биш мең дүрт йөҙ кеше.
Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин улдары шуларҙан ғибәрәт. Иҫәпкә алынғандар барлығы ҡырҡ биш мең алты йөҙ кеше ине.
Улар Исраил халҡына ҡаршы һуғышыр өсөн үҙҙәренең ҡалаларынан Гивғаға йыйылды.
Исраил ғәскәре Раббы хозурына барып, кискә тиклем күҙ йәше түкте һәм Унан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин халҡы менән тағы алышайыҡмы? – тип һораны. – Эйе, алышты дауам итегеҙ, – тип яуапланы Раббы. Икенсе көндө исраилдар күтәренке рух менән әүәлге урындарына теҙелешеп баҫты.
Тегеләр иһә Гивғанан сыҡтылар ҙа, исраилдарға һөжүм итеп, уларҙың тағы ҡылыс менән ҡоралланған ун һигеҙ мең яугирен үлтерҙеләр.
Әммә Раббы бинйәминдәрҙе исраилдар алдында тар-мар итте. Ул көндө исраилдар уларҙың ҡылыс тотҡан егерме биш мең дә бер йөҙ кешеһен үлтерҙе.