12 Исраил ырыуҙары бөтә Бинйәмин ырыуы буйлап: «Нисек һеҙ шундай яуызлыҡ ҡыла алдығыҙ?
Мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.
һин быны тикшер һәм яҡшылап һораш. Әгәр был хәл раҫланһа һәм араңда шундай әшәкелек булһа,
Яулап алыр өсөн берәй ҡалаға яҡынлашҡас, тәүҙә уның халҡына тыныс килешеү тәҡдим ит.
Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы бер булып Гивға ҡалаһына ҡаршы күтәрелде.
Гивғалағы теге ҡәбәхәттәрҙе тотоп бирегеҙ. Беҙ уларҙы үлтереп, Исраилда яманлыҡтың тамырын ҡоротабыҙ», – тип әйтергә илселәрен ебәрҙе. Ләкин Бинйәмин ырыуы үҙҙәренең туғандары булған исраилдарҙың әйткәнен тыңларға теләмәне.
Миспалағы йыйын тураһындағы хәбәр Бинйәмин ырыуына ла барып етте. Исраилдар: – Һөйләгеҙ әле, был яуызлыҡ нисек ҡылынды? – тип һораны.