6 Йушағ халыҡҡа китергә рөхсәт иткәс, исраилдарҙың һәр береһе үҙ өлөшөнә төшкән ерҙәргә таралды. Был ерҙәр уларҙың биләмәһенә әйләнде.
Йушағ уларға фатиха бирҙе лә өйҙәренә оҙатты, һәм улар ҡайтып китте.
Шуға ла был урынды Бохим тип атанылар һәм шунда Раббыға ҡорбан килтерҙеләр.
Йушағ үҙе һәм унан һуң йәшәгән аҡһаҡалдар Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күргән дәүерҙәрҙә халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итә ине.