Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 2:5 - Изге Яҙма

5 Шуға ла был урынды Бохим тип атанылар һәм шунда Раббыға ҡорбан килтерҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 2:5
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булғас, уны Бейт-Илдән түбәндәрәк бер имән ағасы төбөнә ерләнеләр. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут тигән исем бирелде.


Өҫтәренән бейек итеп таш өйҙөләр – был өйөм әле лә шунда. Шулай иткәндән һуң, Раббының асыуы баҫылды. Шул замандан бирле был урын Ғахор үҙәне тип атала.


Маноах кәзә бәрәсе менән икмәк саҙаҡаһы алды ла, ҡая өҫтөнә һалып, Раббыға ҡорбан килтерҙе. Шул саҡ Маноах менән ҡатынының күҙ алдында Раббы мөғжизә ҡылды.


Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,


Раббы фәрештәһе был һүҙҙәрҙе әйткәс, бөтә Исраил халҡы ҡысҡырып илай башланы.


Йушағ халыҡҡа китергә рөхсәт иткәс, исраилдарҙың һәр береһе үҙ өлөшөнә төшкән ерҙәргә таралды. Был ерҙәр уларҙың биләмәһенә әйләнде.


Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.


Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ