3 Шуға күрә Мин дә былай тип әйтәм: «Был халыҡтарҙы һеҙҙең аранан ҡыуып ебәрмәйем. Улар һеҙгә – элмәк, ә уларҙың илаһтары һеҙҙең өсөн тоҙаҡ булыр».
Ас-мохтаждарҙы шунда төйәкләндерә, Улар йәшәр өсөн ҡалалар ҡора,
Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр.
Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ!
Әгәр Ҡәнғәндә йәшәгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәһәгеҙ, тороп ҡалғандар күҙегеҙгә дегәнәк булып төшәсәк, ҡабырғағыҙға энә булып ҡаҙаласаҡ, һеҙ йәшәгән ерҙә һеҙҙе ҡыҫырыҡлаясаҡ.
Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.
белегеҙ: ул саҡта Аллағыҙ Раббы ла был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрмәҫ. Был халыҡтар һеҙҙең өсөн тоҙаҡҡа, йәтмәгә, ҡабырғаны ярыр сыбыртҡыға, күҙгә керер сәнскәккә әйләнер, һөҙөмтәлә һеҙ Аллағыҙ Раббы бүләк итеп биргән ошо гүзәл ерҙән юҡ булырһығыҙ.
инде Мин Йушағтың вафатынан һуң бында ҡалған ҡәүемдәрҙең береһен дә ҡыумайым.
Раббы фәрештәһе был һүҙҙәрҙе әйткәс, бөтә Исраил халҡы ҡысҡырып илай башланы.
уларҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алды һәм үҙҙәренең ҡыҙҙарын уларҙың улдарына бирҙе, илаһтарына табына башланы.
Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.