Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 2:20 - Изге Яҙма

20 Исраилдарға ныҡ асыуланған Раббы былай тине: – Был халыҡ ата-бабалары менән Мин төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм Мин әйткәндәрҙе тыңламаған өсөн,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 2:20
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.


Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.


Ниңә әле ят ҡәүемдәр: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тип көлә. Ҡолдарыңдың түгелгән ҡандары өсөн үс алыуың Күҙ алдыбыҙҙа бар ҡәүемдәргә мәғлүм булһын.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


Һеҙҙе көтөүсе таяғым аҫтынан үткәрәсәкмен һәм килешеүемдең теҙгененә индерәсәкмен.


Раббының Исраилға ҡаршы асыуы ялҡынланды, Ул Раббы алдында яманлыҡ ҡылған был быуын тулыһынса үлеп бөткәнсе уларҙы ҡырҡ йыл сүллек буйлап йөрөттө.


Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.


Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙ Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙһағыҙ, Уның ҡушҡандарын тыңламаһағыҙ, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башлаһағыҙ – шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм бик тиҙҙән һеҙ Ул бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ булырһығыҙ.


Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы.


Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.


Ләкин хаким үлеү менән, исраилдар йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, сит илаһтарға әүрәп, уларға эйәреп китә, хеҙмәт итә һәм сәждә ҡыла башлар булды, аталарынан да хәтәрерәк ғәмәлдәр ҡылды – үҙҙәренең яман эштәренән ваз кисмәне һәм тиҫкәрелектәрен дауам итте.


Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ