Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 2:19 - Изге Яҙма

19 Ләкин хаким үлеү менән, исраилдар йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, сит илаһтарға әүрәп, уларға эйәреп китә, хеҙмәт итә һәм сәждә ҡыла башлар булды, аталарынан да хәтәрерәк ғәмәлдәр ҡылды – үҙҙәренең яман эштәренән ваз кисмәне һәм тиҫкәрелектәрен дауам итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 2:19
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла күрҙе: ер йөҙө боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.


Ләкин, тынысланып, рәхәткә сыҡҡас, улар Һиңә ҡарата яңынан золом ҡыла башланы, Һин уларҙы тағы дошмандары ҡулына ташланың. Дошмандары уларға хакимлыҡ итте. Һиңә ялбарғас, күктәрҙән уларҙы ишеттең, сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, күп тапҡырҙар ҡотҡарҙың.


Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.


Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.


Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй.


Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ: „Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр. Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә: „Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр.


Ул ваҡытта Йәрүсәлимде Раббы тәхете тип атарҙар. Бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә Раббы исемен хөрмәтләргә ағылыр. Бынан ары улар үҙҙәренең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре ҡушҡанса эшләмәҫ.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Аталарығыҙ һымаҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе нәжесләмәйһегеҙме? Уларҙың ерәнгес боттары артынан эйәреп зина ҡылмайһығыҙмы?


Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Йушағ дәүерендә һәм Йушағтан һуң йәшәгән, Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күреп белгән аҡһаҡалдар иҫән саҡта, халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итте.


Ә һеҙ Мине ташланығыҙ, бүтән илаһтарға хеҙмәт итә башланығыҙ. Шуның өсөн Мин һеҙҙе бынан ары ҡотҡармайым.


Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне.


Исраилдарға ныҡ асыуланған Раббы былай тине: – Был халыҡ ата-бабалары менән Мин төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм Мин әйткәндәрҙе тыңламаған өсөн,


Йушағ үҙе һәм унан һуң йәшәгән аҡһаҡалдар Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күргән дәүерҙәрҙә халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итә ине.


Эһуд вафат булғас, Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы.


Гидғон үлгәс, Исраил халҡы йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бәғелдәргә табына башланы һәм үҙҙәренә илаһ итеп Бәғел-Бериҫты эшләп ҡуйҙы.


Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ