15 Ҡайҙа ғына яу сапһалар ҙа, Раббы, алдан иҫкәртеп ҡуйғанса һәм ант иткәнсә, уларҙы бәлә-ҡазаға дусар итте. Исраилдарҙың хәле мөшкөлләнде.
Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.
Мин иҫкәрткән ул ҡәүем яуыз ҡылығын ташлаһа, Мин уларҙың башына һәләкәт килтереү ниәтемдән баш тартам.
Мин был ҡалаға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ ҡылырға ҡарар иттем, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Бабил батшаһы ҡулына тапшырыласаҡ, батша уны утта яндырасаҡ».
Шуға күрә Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, башығыҙға афәт ебәрергә, бөтә Йәһүҙә халҡын юҡ итергә ҡарар иттем.
Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.
Шуның өсөн Раббы былай ти: «Был нәҫелгә бәлә әҙерләйем, Яурынығыҙҙан һелкеп төшөрә алмаҫһығыҙ. Залим заман килер өҫтөгөҙгә – Башығыҙҙы текә тотоп йөрөмәҫһегеҙ.
Беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлайҙар, әммә бирешмәйбеҙ; йыш ҡына ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалабыҙ, әммә өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ;
Әммә Мин бойормағандарҙы Минең исемемдән һөйләргә баҙнат иткән йәки башҡа илаһтар исеменән һөйләгән пәйғәмбәр үлемгә дусар ителәсәк».
Аҙаҡ килеп ғаммондар Йәһүҙә, Бинйәмин һәм Әфраим ырыуҙарына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн, Иордан йылғаһын кисте. Исраил халҡына ҙур бәлә килде.
уларҙың ҙурайғанын көтөп, тормошҡа сыҡмай йөрөрһөгөҙмө ни? Юҡ, ҡыҙҙарым, бергә күтәрешер өсөн минең яҙмышым үтә әсенешле: сөнки Раббының ҡулы миңә ҡаршы.
Әммә Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бойороҡтарына ҡаршы килһәгеҙ, Раббы, ата-бабаларығыҙҙы язалаған кеүек, һеҙҙе лә язалар.
Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы.
Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.
Дауыт бик ауыр хәлдә ҡалды, сөнки һәр кем, улдары һәм ҡыҙҙары өсөн әсе хәсрәткә батып, Дауытҡа таш бәрергә теләне. Ләкин Дауыт Аллаһы Раббынан көс алды.