Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 19:9 - Изге Яҙма

9 Кейәү кеше йәриәһен һәм хеҙмәтсеһен алып ҡайтырға тип торҙо. Ҡайныһы уға: – Ана, көн кискә ауышты, ҡал, күңелең булғансы ял ит, иртәгә иртүк тороп юлға сығырһығыҙ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 19:9
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.


Иртәгәһе көн менән маҡтанма, һин уның нимә килтеререн белмәйһең.


шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалдылар. Ғайса улар менән бергә өйгә инде.


Ләкин кейәү кеше, тағы ҡунырға риза булмайынса, юлға сыҡты. Шулай итеп, ул йәриәһе һәм йөк тейәлгән ике ишәге менән Йевус ҡалаһына, йәғни Йәрүсәлимгә килеп етте.


Улар бергә ултырып ашанылар, эстеләр. Ҡайныһы тағы: – Бер төнгә ҡал, күңелең булғансы ял ит, – тип ҡыҫтаны.


Бишенсе көнөнә иртүк тороп ҡайтырға булды, ләкин ҡайныһы тағы: – Тамаҡ туйҙырып ал, төштән һуң ҡайтырһығыҙ әле, – тине. Ирҙәр тағы икәүләшеп ашаны-эсте.


Боғаз ашап-эсеп алғандан һуң, кәйефләнеп, иген эҫкерте төбөнә йоҡларға ятты. Рут, йәшерен генә уның эргәһенә килеп, Боғаздың өҫ ябыуын һирпеп асты ла уның аяҡ осона ятты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ