6 Улар бергә ултырып ашанылар, эстеләр. Ҡайныһы тағы: – Бер төнгә ҡал, күңелең булғансы ял ит, – тип ҡыҫтаны.
Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.
– Һин Исраилда батша түгелме ни? – тине Изевел. – Тор, тамағыңа аша. Борсолма, Навоҫтың баҡсаһын мин һиңә үҙем алып бирәм.
Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға
«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».
Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен».
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.
Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.
Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.
Кәйефләнеп алған пелештиҙәр: – Шимшонды алып килегеҙ, беҙҙең күңелде асһын, – тинеләр. Уны зиндандан саҡырып килтерҙеләр ҙә пелештиҙәрҙең күңелен күрергә мәжбүр иттеләр. Шимшонды ике бағана араһына баҫтырып ҡуйҙылар.
Леви юлға йыйынғайны ла, ҡайныһы ай-вайына ҡуймай алып ҡалды.
Кейәү кеше йәриәһен һәм хеҙмәтсеһен алып ҡайтырға тип торҙо. Ҡайныһы уға: – Ана, көн кискә ауышты, ҡал, күңелең булғансы ял ит, иртәгә иртүк тороп юлға сығырһығыҙ, – тине.
Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте.
Боғаз ашап-эсеп алғандан һуң, кәйефләнеп, иген эҫкерте төбөнә йоҡларға ятты. Рут, йәшерен генә уның эргәһенә килеп, Боғаздың өҫ ябыуын һирпеп асты ла уның аяҡ осона ятты.
Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне.