27 Иртәнсәк хужаһы, юлға сыҡмаҡсы булып, ишек асты. Ҡараһа, йәриәһе, ҡулдарын тупһаға һалған килеш, ишек төбөндә ята.
Раббының шөһрәте, ҡорамдың тупһаһынан китеп, кирубтарҙың өҫтөнә торҙо.
Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.
Ҡатын таң алдынан хужаһы ҡуна ҡалған кешенең ишек төбөнә барып йығылды һәм ҡояш сыҡҡансы шунда ятты.
Ул ҡатынға: – Тор, әйҙә китәйек, – тине. Ләкин яуап булманы. Ир уны ишәк өҫтөнә һалды ла ҡайтыр юлға сыҡты.