22 Улар шулай кәйефләнеп ултырғанда, ҡаланың аҙғын кешеләре, өйҙө уратып алып, ишек шаҡый башланы. Йорт хужаһына: – Һиңә килгән кешене сығар, беҙ уны татып ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙылар.
Ике йүнһеҙ кешене уның ҡаршыһына ултыртығыҙ ҙа улар: „Навоҫ Алла менән батшаны хурланы“, – тип уға ҡаршы шаһитлыҡ ҡылһын. Шунан һуң уны тышҡа алып сығып, таш бәреп үлтерегеҙ».
Өлкән апайың – ҡыҙҙары менән һинән төньяҡта йәшәгән Самария, ә һеңлең – ҡыҙҙары менән һинән көньяҡта йәшәгән Содом.
«Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең! Һаман шулай булып ҡалдың, Гивғалағы һуғыш Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни?
Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.
Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,
Мәсих менән Иблис араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?
үҙ даирәңдә йүнһеҙ кешеләр барлыҡҡа килгәнен һәм ҡала халҡын һеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәрергә һәм уларға табынырға саҡырғандарын ишетһәң,
Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.
Кәйефләнеп алған пелештиҙәр: – Шимшонды алып килегеҙ, беҙҙең күңелде асһын, – тинеләр. Уны зиндандан саҡырып килтерҙеләр ҙә пелештиҙәрҙең күңелен күрергә мәжбүр иттеләр. Шимшонды ике бағана араһына баҫтырып ҡуйҙылар.
Гивға кешеләре миңә ҡаныҡты, төндә мин туҡтаған өйҙө ҡамап алды. Мине үлтерергә иттеләр, ә йәриәмде үлтергәнсе көсләнеләр.
Исраил ерендә оят, әшәке эш ҡылынды! Шуның өсөн мин йәриәмде киҫәктәргә бүлгесләнем дә Исраилдың бөтә биләмәләренә ебәрҙем.
Мин ҡолоңдо йүнһеҙ ҡатын тип уйлама. Сикһеҙ ҡайғым менән һағышымды һөйләүем был.
Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.
Ғәлиҙең улдары йүнһеҙ кешеләр ине. Улар Раббыны таныманы,
Хакимым ул тупһыҙ бәндә Навалға иғтибар итмәһен. Исеме Навал булған кеүек, үҙе лә ахмаҡтың ахмағы ул. Ә мин, ҡолоң, һин хакимым ебәргән егеттәрҙе күрмәй ҡалғанмын.