10 Ләкин кейәү кеше, тағы ҡунырға риза булмайынса, юлға сыҡты. Шулай итеп, ул йәриәһе һәм йөк тейәлгән ике ишәге менән Йевус ҡалаһына, йәғни Йәрүсәлимгә килеп етте.
Бына бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәрен алып, Йәрүсәлимгә, был ерҙә йәшәгән йевусиҙәргә ҡаршы китте. Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында. Һине хатта һуҡырҙар менән сатандар ҙа ҡыуып сығарасаҡ, – тине. Улар: «Дауыт бында инә алмаясаҡ», – тип уйлай ине.
Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.
Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә.
Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул.
Йәһүҙә ырыуы Йәрүсәлимгә һөжүм итеп, уны алды, халҡын ҡылыстан үткәрҙе, ҡаланы яндырҙы.
Кейәү кеше йәриәһен һәм хеҙмәтсеһен алып ҡайтырға тип торҙо. Ҡайныһы уға: – Ана, көн кискә ауышты, ҡал, күңелең булғансы ял ит, иртәгә иртүк тороп юлға сығырһығыҙ, – тине.