9 Улар: – Әйҙәгеҙ, ундағы халыҡҡа һөжүм итәйек. Беҙ бик шәп ер күреп ҡайттыҡ. Икеләнеп тә тормағыҙ, ул ерҙе тиҙерәк барып яулайыҡ.
Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.
Бына шулай итеп, Раббы бөтә был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки Ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте.
Исраил батшаһы үҙенең ярандарына: – Ғилғәд Рамоҫының беҙҙеке икәнен беләһегеҙме? Нишләп беҙ бер нәмә лә эшләмәйбеҙ? Нишләп уны Арам батшаһының ҡулынан кире тартып алмайбыҙ? – тине.
Негевтың көньяғында ғәмәлектәр, таулыҡта хиттиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр, әмөриҙәр, диңгеҙ эргәһендә һәм Иордан буйында ҡәнғәниҙәр йәшәй.
Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.
Йушағ исраилдарға: – Тағы оҙаҡ мыштырларһығыҙмы? Атайҙарығыҙҙың Аллаһы Раббы биргән ерҙе ниңә һаман биләмәгә алмайһығыҙ? – тине. –
Унда барғас, күрерһегеҙ, халыҡ бик вайымһыҙ, ерҙәре киң. Алла уны һеҙҙең ҡулға тапшыра. Ул ерҙә бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ, – тинеләр.
Әлеге биш кеше Сорғаға һәм Әштәолға әйләнеп ҡайтты. Ағай-энеләре: – Йә, ни менән ҡайттығыҙ? – тип һораны.
Ҡыйыу булығыҙ, пелештиҙәр! Батыр тороғоҙ, юғиһә, әүәл ғивриҙәр һеҙгә нисек ҡол булһа, һеҙ ҙә шулай уларға ҡол булырһығыҙ! Шуға күрә ҡаһармандарса алышығыҙ!