8 Әлеге биш кеше Сорғаға һәм Әштәолға әйләнеп ҡайтты. Ағай-энеләре: – Йә, ни менән ҡайттығыҙ? – тип һораны.
Шефелала: Әштәол, Сорға, Ашна,
Шул заманда Сорға ҡалаһында Дан ырыуынан Маноах тигән кеше йәшәй ине. Уның ҡатыны түлһеҙ булып, балалары юҡ ине.
Шимшондың ағай-энеләре һәм туғандары килеп, уның мәйетен алып китте һәм Сорға менән Әштәол араһында, атаһы Маноахтың төрбәһенә дәфен ҡылды. Шимшон егерме йыл буйы Исраил хакимы булды.
Дан нәҫеленән алты йөҙ ир-ат, ҡоралланып, Сорға менән Әштәолдан юлға ҡуҙғалды.
Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.
Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине.
Улар: – Әйҙәгеҙ, ундағы халыҡҡа һөжүм итәйек. Беҙ бик шәп ер күреп ҡайттыҡ. Икеләнеп тә тормағыҙ, ул ерҙе тиҙерәк барып яулайыҡ.