Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:5 - Изге Яҙма

5 Тегеләр егеттән: – Алланан һора әле, юлыбыҙ уң булырмы икән? – тип үтенделәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:5
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай тине: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара.


Ахаз батша Урияһ ҡаһинға: – Иртәнге тотош яндырыу ҡорбанын, киске икмәк саҙаҡаһын, батшаның тотош яндырыу ҡорбанын һәм икмәк саҙаҡаһын, илдең бөтә халҡының тотош яндырыу ҡорбандарын һәм икмәк саҙаҡаларын, халыҡтың түкмә ҡорбандарын ошо ҙур ҡорбан усағында килтер. Бөтә ҡорбандарҙың, тотош яндырыу ҡорбандарының ҡанын ошо усаҡҡа һирп. Ә баҡыр усаҡты күрәҙәлек итеү өсөн үҙем тотонасаҡмын, – тип бойорҙо.


«Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, – Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар. Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр, Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр.


Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уны хайран ҡалып тыңланы. «Был әҙәм – „Бөйөк“ тип аталған Алла ҡөҙрәте», – тинеләр уның хаҡында.


Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине.


Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.


Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.


Ул: – Михаяһ мине ялланы, мин унда ҡаһин булып торам, – тине. Михаяһтың үҙенә ҡылған яҡшылыҡтарын һөйләне.


Ҡаһин уларға: – Күңелегеҙ тыныс булһын. Һеҙҙең юлығыҙ Раббының күҙе алдында! – тине.


Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ