Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:4 - Изге Яҙма

4 Ул: – Михаяһ мине ялланы, мин унда ҡаһин булып торам, – тине. Михаяһтың үҙенә ҡылған яҡшылыҡтарын һөйләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:4
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешене айырып ҡарау – насар эш, бер һыныҡ икмәк тип кеше гонаһ ҡыла.


Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.


Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.


ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы булырға һәм тыныслыҡ һөйөргә,


Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен.


ҡаһин итеп ҡуйҙы, һәм егет Михаяһ йортонда йәшәне.


Михаяһ йортонда саҡта йәш левиҙең тауышын танып ҡалдылар. Унан: – Һине бында кем алып килде? Бында нимә эшләйһең, ниңә бында ҡалдың? – тип һоранылар.


Тегеләр егеттән: – Алланан һора әле, юлыбыҙ уң булырмы икән? – тип үтенделәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ