27 Ә Дан кешеләре Михаяһ яһатҡан бөтә нәмәләрҙе, шулай уҡ уның ҡаһинын алып, Лаишҡа, тыныс һәм вайымһыҙ йәшәп ятҡан халыҡҡа һөжүм итергә китте. Халыҡты ҡылыстан үткәреп, ҡаланы үртәнеләр.
Дан Исраил ырыуҙарының береһе булып Үҙ халҡы өҫтөнән хөкөм ҡылыр.
Дан хаҡында былай тине: – Дан – Башандан һикереп сыҡҡан бала арыҫлан.
Исраилдар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Һуңынан улар Хасорҙы яндырҙы.
Ләкин Дан улдары үҙҙәренең биләмәләрен юғалтты. Шуға күрә улар Ләшәм ҡалаһына һөжүм итте, уны баҫып алды һәм кешеләрен ҡылыстан үткәрҙе. Был ҡала уларҙың биләмәһе булды. Улар был ҡалала йәшәй башланы һәм уға үҙҙәренең тәү бабаһы Дандың исеме буйынса Дан тигән атама бирҙе.
Унда барғас, күрерһегеҙ, халыҡ бик вайымһыҙ, ерҙәре киң. Алла уны һеҙҙең ҡулға тапшыра. Ул ерҙә бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ, – тинеләр.
Дан ырыуы кешеләре юлдарында булды. Михаяһ, уларҙың үҙенән көслөрәк булғанын күреп, кире боролдо һәм өйөнә ҡайтып китте.
Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине.
Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте.