26 Дан ырыуы кешеләре юлдарында булды. Михаяһ, уларҙың үҙенән көслөрәк булғанын күреп, кире боролдо һәм өйөнә ҡайтып китте.
Дан Исраил ырыуҙарының береһе булып Үҙ халҡы өҫтөнән хөкөм ҡылыр.
Был алтын башмаҡтарҙың береһен Бейт-Илгә, икенсеһен Данға ҡуйҙырҙы.
– Бына ырыуҙарҙың исемдәре. Илдең иң төньяғында Данға бер өлөш бирелер. Уның сиге Хеҫлон юлы буйлап Лево-Хамаҫҡа һәм артабан, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға тиклем көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылыр.
Дан кешеләре уға: – Шаулама, тауышыңды сығараһы булма! Һуғышсыларыбыҙ былай ҙа асыулы, ташланырҙар ҙа үҙеңде лә, ғаиләңде лә харап итерһең, – тине.
Ә Дан кешеләре Михаяһ яһатҡан бөтә нәмәләрҙе, шулай уҡ уның ҡаһинын алып, Лаишҡа, тыныс һәм вайымһыҙ йәшәп ятҡан халыҡҡа һөжүм итергә китте. Халыҡты ҡылыстан үткәреп, ҡаланы үртәнеләр.