24 – Һеҙ мин яһаттырған илаһтар менән ҡаһинымды алып киткәнһегеҙ. Ә минең нимәм ҡалды? Хәҙер килеп: «Һиңә нимә кәрәк?» – тип тораһығыҙ! – тине Михаяһ уларға.
– Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?
Ул арала Рәхилә илаһ һындарын дөйә эйәре аҫтына алып тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы сатырҙа ни тиклем аҡтарынһа ла, илаһтарҙы тапманы.
Раббы Амасъяһҡа ныҡ асыулана һәм уға пәйғәмбәрен ебәрә. Пәйғәмбәр батшаға былай ти: – Ни өсөн ул халыҡтың аллаларына табынаһың һин? Улар үҙ халҡын һинең ҡулыңдан ҡотҡарып ҡала алманы бит.
Шөкөр ҡорбандары килтерермен, Раббының исемен ҡабатлармын.
Һыуҙарына ҡоролоҡ килһен! Улар тотош кибеп бөтһөн! Сөнки Бабил – боттар иле, Халҡы ҡурҡыныс һындар арҡаһында Аҡылдан шашты.
Уның алдында бар әҙәм аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.
Оһола, Минеке була тороп та, фәхешлеген ташламаны, ашшурҙарға – һөйәрҙәренә – йән атты.
Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы.
уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.
Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине.
Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.
Улар Дан ырыуы кешеләренә ҡысҡыра-ҡысҡыра килә ине, тегеләр боролоп, Михаяһтан: – Һиңә нимә кәрәк? Шул тиклем кеше йыйғанһың? – тип һораны.
Дан кешеләре уға: – Шаулама, тауышыңды сығараһы булма! Һуғышсыларыбыҙ былай ҙа асыулы, ташланырҙар ҙа үҙеңде лә, ғаиләңде лә харап итерһең, – тине.