Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:2 - Изге Яҙма

2 Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:2
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.


Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма.


Муса ер ҡарарға ебәргән ирҙәрҙең исемдәре бына шулар ине. Нун улы Һошеяғҡа Муса Йушағ тигән исем ҡушты.


Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме?


Шефелала: Әштәол, Сорға, Ашна,


Ер биләмәһенә Сорға, Әштәол, Ғир-Шәмәш,


Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.


Йерихо батшаһына: «Бөгөн кис бер нисә Исраил кешеһе беҙҙең ил хаҡында белешер өсөн бында килде», – тигән хәбәр еткерҙеләр.


Шул заманда Сорға ҡалаһында Дан ырыуынан Маноах тигән кеше йәшәй ине. Уның ҡатыны түлһеҙ булып, балалары юҡ ине.


Сорға менән Әштәол араһында Дан ырыуы тупламында уны тәүге тапҡыр Раббы рухы ҡөҙрәтләндерҙе.


Шимшондың ағай-энеләре һәм туғандары килеп, уның мәйетен алып китте һәм Сорға менән Әштәол араһында, атаһы Маноахтың төрбәһенә дәфен ҡылды. Шимшон егерме йыл буйы Исраил хакимы булды.


Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.


Дан нәҫеленән алты йөҙ ир-ат, ҡоралланып, Сорға менән Әштәолдан юлға ҡуҙғалды.


Бынан улар Әфраим таулығына йүнәлделәр, Михаяһ йортона килеп еттеләр.


Михаяһ йортонда саҡта йәш левиҙең тауышын танып ҡалдылар. Унан: – Һине бында кем алып килде? Бында нимә эшләйһең, ниңә бында ҡалдың? – тип һоранылар.


Әлеге биш кеше Сорғаға һәм Әштәолға әйләнеп ҡайтты. Ағай-энеләре: – Йә, ни менән ҡайттығыҙ? – тип һораны.


Исраилда батша булмаған ул заманда Әфраим таулығындағы алыҫ бер битләүҙә леви кешеһе йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән үҙенә йәриә алды.


– Беҙ Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән минең төйәгем булған Әфраим таулығының алыҫ битләүенә ҡайтып барабыҙ. Мин Йәһүҙә Бейт-Ләхәменә барғайным. Хәҙер, юл ыңғайында Раббы йортона ғибәҙәт ҡылып китмәксебеҙ, әммә бындағыларҙың береһе лә ҡунырға саҡырмай, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ