18 Тегеләр Михаяһ йортонан ботто, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡҡас, ҡаһин уларға: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тине.
Барыһы бергә буйһондо, теҙ сүкте, Улар инде йөктө ҡотҡара алманы, Үҙҙәре иһә әсирлеккә төштө.
Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.
Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.
Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине.
Тегеләр ҡаһинға: – Шым, ауыҙыңды яп та беҙҙең менән бар. Беҙҙә атай һымаҡ кәңәшсе һәм ҡаһин булырһың. Һиңә бер кешенең йортонда ҡаһин булғансы, Исраилдың тотош бер ырыуында йәки Исраилдың бер нәҫелендә ҡаһин булыу яҡшыраҡ түгелме ни? – тинеләр.