17 Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине.
Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.
– Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?
Халыҡ яһаттырған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙы, туҙанға әйләнгәнсе онтаны. Онтағын һыуға һибеп, уны исраилдарға эсерҙе.
Ҡара, һәммәһе лә бер ни түгел, Улар бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләрҙең яһаған боттары Ел һымаҡ, төптө буш ҡыуыҡ».
Уны яурындарында күтәреп йөрөтәләр, Урынына илтеп ҡуялар. Ул шунда ҡуҙғалмай баҫып тора. Ялыналар – ул яуап ҡайтармай, Бер бәләнән дә ҡотҡармай.
Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.
Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.
Һындарыңды, табыныу бағаналарыңды юҡ итермен, Ҡулың менән эшләгән нәмәләргә һин табынмаҫһың.
Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.
Дан ырыуынан һуғыш ҡоралын билдәренә аҫҡан алты йөҙ кеше ҡапҡа төбөндә тора ине.
Тегеләр Михаяһ йортонан ботто, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡҡас, ҡаһин уларға: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тине.
Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.
Йоаш үҙен уратып алған кешеләргә: – Һеҙгәме һуң Бәғелде араларға, һеҙгәме һуң уны яҡларға? Кем дә кем Бәғелде яҡлап сыға, таңға тиклем үлемгә дусар буласаҡ. Әгәр ул ысынлап та алла икән, үҙенең ҡорбан усағын емергән кешенән үҙе һаҡлаһын.
Ә Михәл, бер йорт илаһының һынын алып, уны түшәккә һалды, баш урынына кәзә дебетенән ойпаланған кейеҙ ҡуйҙы ла, кейем менән ҡапланы.
Алла һандығы тартып алынды, Ғәлиҙең ике улы – Хофни менән Пинхас үлде.