16 Дан ырыуынан һуғыш ҡоралын билдәренә аҫҡан алты йөҙ кеше ҡапҡа төбөндә тора ине.
Дан нәҫеленән алты йөҙ ир-ат, ҡоралланып, Сорға менән Әштәолдан юлға ҡуҙғалды.
Тегеләр, йәш леви ҡаһины торған, йәғни Михаяһ йортона боролоп инеп, уға сәләм бирҙеләр.
Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине.