13 Бынан улар Әфраим таулығына йүнәлделәр, Михаяһ йортона килеп еттеләр.
Йушағты Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығындағы биләмәһендә – Тимнаҫ-Сәрахта ерләнеләр.
Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар.
Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.
Улар Йәһүҙәләге Ҡыръяҫ-Еғаримда туплам булып торҙо. Шуның өсөн дә был ерҙе әле булһа Махане-Дан тип йөрөтәләр. Ул Ҡыръяҫ-Еғаримдан көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.
Исраилда батша булмаған ул заманда Әфраим таулығындағы алыҫ бер битләүҙә леви кешеһе йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән үҙенә йәриә алды.