12 Улар Йәһүҙәләге Ҡыръяҫ-Еғаримда туплам булып торҙо. Шуның өсөн дә был ерҙе әле булһа Махане-Дан тип йөрөтәләр. Ул Ҡыръяҫ-Еғаримдан көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Ә Ҡыръяҫ-Еғаримдан Дауыт килтерткән Алла һандығы ул Йәрүсәлимдә ҡорҙортҡан сатырҙа торған була.
Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала.
Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә.
Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны.
Сорға менән Әштәол араһында Дан ырыуы тупламында уны тәүге тапҡыр Раббы рухы ҡөҙрәтләндерҙе.
Дан нәҫеленән алты йөҙ ир-ат, ҡоралланып, Сорға менән Әштәолдан юлға ҡуҙғалды.
Бынан улар Әфраим таулығына йүнәлделәр, Михаяһ йортона килеп еттеләр.
Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр.
Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.