1 Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине. Дан ырыуы ул көндәрҙә, ҡайҙа барып урынлашырға белмәй, йәшәр урын эҙләне, сөнки Исраил ырыуҙары араһында уға ер биләмәһе эләкмәгәйне.
Әмөриҙәр Дан ырыуын тауға табан ҡыҫырыҡланы, уларға үҙәнгә төшөргә мөмкинлек бирмәне.
Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине.
Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны.
Исраилда батша булмаған ул заманда Әфраим таулығындағы алыҫ бер битләүҙә леви кешеһе йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән үҙенә йәриә алды.