13 Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине.
Ҡайһы бер юл тура булып тойолһа ла, ахыры үлемгә алып килә.
Был көл ашау һымаҡ буш эш. Алданған йөрәге уны аҙаштыра, Ул үҙен ҡотҡара алмаҫ. «Уң ҡулымдағы был нәмә Алдатҡыс түгелме?» – тимәҫтәр.
– Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул.
Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».
Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.
Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным.
ҡаһин итеп ҡуйҙы, һәм егет Михаяһ йортонда йәшәне.
Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине. Дан ырыуы ул көндәрҙә, ҡайҙа барып урынлашырға белмәй, йәшәр урын эҙләне, сөнки Исраил ырыуҙары араһында уға ер биләмәһе эләкмәгәйне.
– Һеҙ мин яһаттырған илаһтар менән ҡаһинымды алып киткәнһегеҙ. Ә минең нимәм ҡалды? Хәҙер килеп: «Һиңә нимә кәрәк?» – тип тораһығыҙ! – тине Михаяһ уларға.