1 Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.
Бына уларҙың исемдәре: Бен-Хур – Әфраим таулығында;
Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә.
Улар Әфраим таулығында тирә-яғындағы көтөүлектәре менән кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы булған Шәхәмде, шулай уҡ уратып алған көтөүлектәр менән Гәзәр,
Йушағты Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығындағы биләмәһендә – Тимнаҫ-Сәрахта ерләнеләр.
Авимәләхтең вафатынан һуң, Исасхар тоҡомонан Додонан тыуған Пуаның улы Толағ Исраилды ҡотҡарыусы булды. Ул Әфраим таулығындағы Шамир тигән ерҙә йәшәне.
Шимшондың ағай-энеләре һәм туғандары килеп, уның мәйетен алып китте һәм Сорға менән Әштәол араһында, атаһы Маноахтың төрбәһенә дәфен ҡылды. Шимшон егерме йыл буйы Исраил хакимы булды.
Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе.
Бынан улар Әфраим таулығына йүнәлделәр, Михаяһ йортона килеп еттеләр.
Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.
Шунда килеп еткәс, Әфраим таулығында үҙенең мөгөҙ борғоһон ҡысҡыртты. Шунан Исраил халҡы уның менән бергә тауҙарҙан төштө. Уларҙың башында Эһуд ине.