Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 16:9 - Изге Яҙма

9 Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Делила: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тигәйне, Шимшон, сүс епте ялҡын өҙгән һымаҡ ҡына итеп, кереште өҙөп ташланы – уның көсөнөң сере асылмай ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 16:9
5 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Һин уларҙан көлөрһөң, йә Раббы, Барса ҡәүемдәрҙе мыҫҡылларһың.


Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.


– Һин мине алдағанһың, дөрөҫөн әйтмәгәнһең, – тине Делила Шимшонға. – Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә?


Шимшон уға: – Әгәр ҙә мине ете ҡат әле кибеп бөтмәгән кереш менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.


Пелешти бейҙәре Делилаға ете ҡат әле кибеп бөтмәгән сей кереш килтерҙеләр. Делила уның менән Шимшонды бәйләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ