4 Күпмелер ваҡыт үткәс, Шимшон Сореҡ үҙәнендә йәшәгән Делила исемле бер ҡатынға ғашиҡ булды.
Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине.
– Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы.
Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.
Уйнашсы ҡатын ул – төпһөҙ упҡын, кеше ҡатыны – тар ҡоҙоҡ.
Үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайтҡан эт һымаҡ, ахмаҡ әҙәм дә иҫәрлеген ҡат-ҡат ҡабатлар.
Иҫәрҙе ашлыҡ менән бергә килегә һалып төйһәң дә, уны иҫәрлегенән айырып алып булмай.
Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы, яуызлыҡҡа әүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ.
Шимшон иһә төн уртаһына тиклем генә йоҡланы. Төн уртаһында торҙо, ҡала ҡапҡаһының бағаналарын тотто ла, ҡапҡаны биге, яңағы-ние менән аҡтарып алды. Уны, яурынына һалып, Хеврон ҡаршыһындағы тау башына мендереп ташланы.
Пелешти бейҙәре был ҡатынға килеп: – Уның еңелмәҫ көсө нимәлә икәнен ипләп кенә белеш. Бәйләп һалып буйһондорор өсөн уны нисек еңергә икән? Ә беҙ һиңә һәр ҡайһыбыҙ бер мең дә бер йөҙ шекел көмөш аҡса бирербеҙ, – тине.