Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 16:30 - Изге Яҙма

30 – Әйҙә пелештиҙәр менән бергә үләйем! – тип ҡысҡырып бөтә көсө менән бағанаға эткәйне, йорт пелешти бейҙәре һәм тотош халыҡ өҫтөнә емерелеп төштө. Шимшон үҙе менән ҡуша үлтергән кешеләр һаны ғүмере буйына үлтергәндән күберәк булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 16:30
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.


Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?


Мөҡәддәс торлаҡта төбәлдем Һиңә – Ҡөҙрәтеңде, шөһрәтеңде күрҙем.


Тейешле ваҡыттың ҡасан килерен һис кем белмәй. Ауға эләккән балыҡ, тоҙаҡҡа сырмалған ҡош ише, Әҙәм балаһы бәлә-ҡазаға көтмәгәндә тарый.


Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Кем Минең хаҡыма үҙенең йәнен юғалта, ул уны алып ҡалыр.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта тормошом ҡорбан ителһә лә, мин ҡыуанам һәм бөтәгеҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.


Үҙенең үлеменә тиклем, ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды.


Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсихтә улар өҫтөнән тантана итте.


сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.


Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте.


Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе.


Шимшон уларға ташланды һәм күптәрен аяуһыҙ рәүештә ҡырып ташланы. Шунан Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып йәшәй башланы.


Шимшон йортто тотоп торған ике урта бағананы һәрмәп тапты ла, ике ҡуллап: уң ҡулы менән бер бағанаға, һулы менән икенсеһенә ныҡлап терәлде.


Шимшондың ағай-энеләре һәм туғандары килеп, уның мәйетен алып китте һәм Сорға менән Әштәол араһында, атаһы Маноахтың төрбәһенә дәфен ҡылды. Шимшон егерме йыл буйы Исраил хакимы булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ