Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 16:28 - Изге Яҙма

28 Шимшон Раббыға ялбарҙы: – Эй Раббы Хакимым! Мине иҫеңә төшөр, пелештиҙәрҙән ике күҙем өсөн бер юлы үс алырға тағы бер тапҡыр ғына көс-ҡеүәт бир миңә, эй Аллам! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 16:28
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән!


Ул сағында улдарыбыҙ йәшлегендә Күкрәп үҫкән ағас һымаҡ булыр. Ҡыҙҙарыбыҙ затлы һарайҙарҙың Семәрле бағанаһылай булыр һомғол.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


Мин Раббыға әйттем: «Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың, Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала. Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал. Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә, Һин тип хурланғанымды онотма.


Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм, Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды. Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең, Йәнемде упҡындан сығарҙың!


Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Шимшон шул тиклем сарсап китте, Раббыға ялбарып, былай тине: – Ҡолоңа ошо бөйөк еңеүҙе бирҙең. Инде хәҙер сарсауҙан үлеп, сөннәтһеҙҙәр ҡулына төшәйемме?


Йорт эсе тулы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ине. Бөтә пелешти бейҙәре лә шунда. Мәҙәк ҡорған Шимшонды ҡарарға йорт ҡыйығына менгән өс меңләп ир һәм ҡатын-ҡыҙ бар ине.


Шимшон йортто тотоп торған ике урта бағананы һәрмәп тапты ла, ике ҡуллап: уң ҡулы менән бер бағанаға, һулы менән икенсеһенә ныҡлап терәлде.


Эй Раббым! Дошмандарың барыһы Ошо рәүешле ҡырылһын! Ә Һине яратҡандар көскә тулышып Ҡалҡып килгән ҡояш һымаҡ булһын!» Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ